Нужно сочинение на башкирском (Ай Уралым,Уралым уралып яткан уралым)
Нужно сочинение на башкирском (Ай Уралым,Уралым уралып яткан уралым)
Ответ(ы) на вопрос:
Гость
Бал ҡортондай, ынйы йыямын,Йыямын да-йәнле ыныйларҙанХуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:Бер телдән дә телем кәм түгел -Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,Кәм күрер тик уны кәм күңел!..Р.Ғарипов.Минең тыуған ерем Башҡортостан- бай тәбиғәтле Урал тауҙарына урынлашҡан гүзәл ер.Башҡортостаныбыҙ - иҫ киткес матур һәм бай!Башҡортостан борон-борнодан сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле,бай тарихлы төйәк.Ниндәй генә ҡобайырҙарҙа маҡталмаған беҙҙең гәзиз еребеҙ.Күпте күргән, күпте кисергән атайсал!Беҙҙең республикабыҙ бай , матур тәбиғәте менән генә түгел, ә күп милләтле булыуы менән дә айырылып тора.Төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр.Һәр милләт кешеһе үҙ телендә һөйләшергә , үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы.Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.Юҡҡа ғына”Иле берҙәмдең-көнө берҙәм”, тип әйтмәгәндәр.Минеңсә , миләттәр үҙ-ара дуҫ йәшәһә, уларҙы алдағы көндәрҙә лә бәхетле, яҡты тормош көтә.Тыуған ер төшөнсәһен туган телһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.Минең туған телем - татар теле һәм мин үҙ телем менән ғорурланам, уны хөрмәт итәм.Үҙ туған телен белмәүсе кеше үҙенең тамырын онота, милләт вәкиле булыуҙан туҡтай.Шуның өсөн, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, киләсәк быуын тыуған илендә йәшәһен,үҙтуған телендә һөйләшһен өсөн , ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән.Әммә туған телен һаҡлап ҡалған.Был йәһәттән беҙҙең хөкүмәтебеҙ тарафынан бик күп эштәр башҡарыла.Ун ете йыл инде республикабыҙ суверенитет шарттарында йәшәй, ”Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре тураһында” закон ҡабул ителде, балаларҙы әсә телендә уҡытыуға иғтибар артты, башҡорт теле дәүләт теле статусын алды.Беҙҙең Иҫке Ҡормаш урта ғөмүми белем биреү мәктәбендә лә 2006-2007-се уҡыу йылынан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башланы.Беҙҙә был дәрестәр бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә.Тел дәрестәрендә беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле яҡтары менән танышһаҡ,әҙәбиәт дәрестәре беҙҙе сихри бер доньяға алып кереп китә.Бында беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә дан йырлаған,уның матурлығына таң ҡалған, теле, халҡы менән ғорурланған, уның яҙмышы өсөн борсолған ҡүренекле яҙыусы һәм шағирҙар ижады менән танышабыҙ.Минең үҙемә бигерәк тә Зәйнәп Биишеваның, Рәми Ғариповтың, Н.Мусиндың һәм Ринат Ҡамалдың ижаттары оҡшай.Башҡорт телен өйрәнә башлағас, беҙ әлегә ҡәҙәре белмәгән башҡорт яҙыусыларының ижады менән таныштыҡ.Шулай уҡ беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы,яҙыусыларҙың юбилейҙарына арналған кисәләр, шиғыр һәм инша конкурстары, уҡылған әҫәрҙәр буйынса диспуттар һ.б. саралар үтә.Үткән уҡыу йылында миңә районда үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мин “Урал батыр” эпосынан 200 юлды яттан һөйләп , маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем. Ошо яҙгандарыма нәтижә яһап, мин башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата үҙфекеремде әйткем килә.Башҡортостан ерендә йәшәгәс, беҙ уның телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп, ихтирам итергә тейешбеҙ.Уның бөгөнгөһө, үткәне менән ҡыҙыҡһынырға, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн доньяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк.Халҡыбыҙҙың киләсәге беҙҙеңҡулда.Минеңсә, илһеҙ ,телһеҙ милләт булмай,шуның өсөн - иң тәүҙә телде белергә кәрәк.Туған татар телен,үҙең йәшәгән дәүләттең телен дә белеү, уны өйрәнеү- һинең тәрбиәле , уҡымышлы, әхлаҡлы булыуыңды ҡүрһәтә, туғандаш башҡорт һәм татар дуҫлығын тағы ла нығыта.
Не нашли ответ?
Похожие вопросы